+7 °С
Ясна
Махсус хәрби операция биләмәһендә юлда күргәндәребеҙҙе һүҙ менән генә аңлатып бөтөп булмай. Северодонецкиҙа, мәҫәлән, емерелгән йорттарҙың ҡурҡыныс картиналары, урамдарҙа тыныс халыҡтың булмауы. Бары хәрбиҙәр һәм техника. Төндә генә был йорттарҙың һирәк тәҙрәләрендә шәмдәрҙең һәм фонариктарҙың уттары күренә ине. Беҙҙең заманда шундайҙы күрермен тип бер ҡасан да уйламаған инем... Бында һәр урам һәм йорт өсөн һуғыш бара. Урындағы халыҡ ярҙам өсөн рәхмәтле. Быны уларҙың үҙҙәренән ишеттем. Барыһы ла беҙҙең еңеү менән тамамланыр, тип ышанам. Башҡаса булыуы мөмкин түгел! Тарҡалған ҡалалар һәм ҡасабалар тергеҙеләсәк һәм кешеләр өйҙәренә ҡайтасаҡ, – тип яҙа «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә.
Фото: Т. АМАНОВ.