Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2022, 12:30

Муттарҙың тоҙағына 14 кеше эләккән

Өфөнән 61 йәшлек ҡатынға "биржа хеҙмәткәре" шылтыратып, анһат ҡына аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Бының өсөн ни бары сайтта теркәлеп, иҫәпкә аҡса индерергә кәрәк, имеш. Аферистың татлы һүҙҙәренә алданған ҡатын кредит алған һәм 1 миллион 800 мең һум аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсергән. "Биржа хеҙмәткәре", әйтмәксе лә, еңел генә байыған, ә пенсионер кредит һаҙлығына батып тороп ҡалған...

Муттарҙың тоҙағына 14 кеше эләккән
Муттарҙың тоҙағына 14 кеше эләккән

Туймазы районынан да 68 йәшлек ҡатын ялған "банк хеҙмәткәренең", һеҙҙең исемгә кредит юллап маташалар, быға юл ҡуймаҫ өсөн үҙегеҙгә кредит алырға кәрәк, тигән алдағына ышанып, банкка йүгергән. Ярай ҙа миллиондарса һумлыҡ кредит бирмәгәндәр үҙенә, ни бары 135 мең һум менән генә сикләнгәндәр. Шул аҡсаны пенсионер аферист әйткән иҫәптәргә ебәргән...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: