Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2022, 19:25

Кукуруз таяҡсаларынан торт

Бер нәмәне лә бешерергә кәрәкмәй. Әҙ генә аҙыҡ-түлектән дә тәмле торт килеп сыға.

Кукуруз таяҡсаларынан торт
Кукуруз таяҡсаларынан торт

Кукуруз таяҡсалары – 170 г

Аҡ май – 150 г

Бешерелгән ҡуйыртылған һөт – 380 г

Әстерхан сәтләүеге – 70 г

5 порцияға иҫәпләнгән.

Ҡуйыртылған һөттө әҙерҙе (вареная сгущенка) алырға була, үҙегеҙ бешерһәгеҙ ҙә ярай. Кукуруз таяҡсаларын икегә йә өскә киҫкеләгеҙ. Сәтләүекте лә ваҡлап, ҡоро табала ҡыҙҙырып алығыҙ.

Аҡ майҙы иретеп, ҡуйыртылған һөткә ҡушып, яҡшылап болғағыҙ. Кукурузды иркен һауытҡа һалып, ошо массаны ҡойоғоҙ, сәтләүекте һалығыҙ. Бик яҡшы итеп бутарға кәрәк. Тортты яһау өсөн ҡулса һәм ацетат пленка ла кәрәгер. 

Махсус ҡулсаны тәрилкәгә ҡуйып, ян-янына пленка йәйеп, массаны шунда бушатырға. Тығыҙ булһын өсөн стакан менән баҫығыҙ. Унан һуң һыуытҡысҡа 2 – 3 сәғәткә ҡуйығыҙ.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: