Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2022, 12:06

Байрамды бергә үткәрәйек

Яңы йыл ҡаршылау төнөндә Өфөлә матур саралар үтә. Ойоштороусылар бергә күңел асырға саҡыра. Быйыл тамашалар ике төп майҙанда була.

Байрамды бергә үткәрәйек
Байрамды бергә үткәрәйек

Ленин исемендәге майҙанға һәм "Каруанһарай" янына килегеҙ.

31 декабрҙә 22.30 - 02.30 сәғәттә - Рус дәүләт академия драма театры ҡаршыһында эстрада-күңел асыу программаһы.

22:00 -03:00 - "Каруанһарай" алдында концерт. Әлбиттә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа буласаҡ. 

Ағиҙел буйындағы Ҡыш бабай резиденцияһы 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төнгө 2-гә тиклем эшләй.

Яңы йыл каникулдарында баш ҡаланың һәр паркында күңелле сара ойоштороласаҡ, тип хәбәр итә мэрия.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в