Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2022, 10:55

Үҙ балаларына бурысы булған ҡатын фамилияһын алмаштырған

Башҡортостанда ҡатындың балаларына 155 мең һум самаһы бурысы йыйылған. Был хаҡта Суд приставтары хеҙмәте хәбәр итә.

Үҙ балаларына бурысы булған ҡатын фамилияһын алмаштырған
Үҙ балаларына бурысы булған ҡатын фамилияһын алмаштырған

Мишкә районының Көрмәнай ауылынан 27 йәшлек ҡатын ай һайын 11 һәм 7 йәшлек ике бәлиғ булмаған ҡыҙҙарын ҡарауға алимент түләргә тейеш булған. Әхлаҡһыҙ тормош алып барған һәм ҡыҙҙарҙы тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн ул ата-әсә хоҡуғынан сикләнгән булған. Әммә был уны хәлде төҙәтеү буйынса саралар күрергә мәжбүр итмәгән. Ханым алимент түләмәгән, уға эҙләү иғлан ителгән.

Асыҡланыуынса, ҡатын Ҡалтасы районында йәшенгән, кейәүгә сыҡҡан, фамилияһын алмаштырған һәм документтарын алмаштырыу өсөн никах теркәү нигеҙендә мөрәжәғәт иткән. Яңы паспорт бирелгән көндө уны Ҡалтасы район бүлексәһенең суд приставтары ҡулға ала һәм бүлеккә килтерә. Уға ҡарата административ протокол төҙөлгән.

Суд тарафынан ҡатын административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле тип танылды.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: