Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2022, 07:00

Ҡабаҡтан цукат

Ҡабаҡтың тышын әрсеп, тостарынан һәм епсәләренән та­ҙартырға. Әҙер йәшелсәне 2 х 2 см ҙурлығында  шаҡмаҡлап ту­рарға. Кәстрүлгә һалып, өҫтөнә шәкәр һибеп, 3 – 4 сәғәткә ултыртып торорға. Һуңынан уға лимон, әфлисун ҡабығы, имбирь, ванилин ҡушып, йәшелсә үтә күренмәле булғансы ҡайна­тырға. 
Шунан һөҙөп алырға һәм духовкала 2 – 3 сәғәт киптерергә ҡуйырға.
Мейестән алғас, асыҡ һауала 5 – 7 көн киптерергә.
Цукаттар ҡулға йәбешмәһә, кипкән була. 

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: