"Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөүҙе эҙмә-эҙлекле дауам итәбеҙ. Техник яҡтан ҡатмарлы проектҡа ингән объекттарҙы бер-бер артлы төҙөйбөҙ. Бөгөн көньяҡ туннелде астыҡ. Ябай әйткәндә, Салауат Юлаев проспектынан Өфө йылғаһы ярына тиклем үтәнән-үтә сыҡтыҡ", - тип яҙған республика етәксеһе.
Төньяҡ туннель дә ҡаҙылды. Әле эштәр графиктан алда бара. Йыл аҙағынаса Көнсығыш сығыу юлы техник йәһәттән 58 процентҡа әҙер буласаҡ.
"На объекте задействованы более 2 тыс. человек и 263 единицы спецтехники, работы идут круглосуточно. Следующий важный этап – в конце января 2023 года пролетные строения моста через Уфимку достигнут крайней опоры, тем самым мы соединим два берега", - ти Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, Көнсығыш юлы - Волга буйы федераль округында иң ҙур инфраструктура проекты. Илдә лә ҙурҙарҙан һанала.
"Ул беҙгә бик кәрәк. Сөнки М - 5, М - 7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ. Өфө аръяғындағы яңы территориялар ҙа үҫәсәк", - тип яҙа БР Башлығы.
Фото: vk.com (Радий Хабиров)