Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 10:45

Учалы автошыршыһы-2023!

Быйыл учалылар дүртенсе тапҡыр автошыршы төҙөнө! Был иҫ киткес күренеш булды!

Учалы автошыршыһы-2023!
Учалы автошыршыһы-2023!

Автошыршыны төҙөүҙә учалылар ғына түгел, хатта күрше өлкәнән - Межозерныйҙан да килеп етеп ҡатнаштылар.

Ойоштороусылар Ринат Вәлитов, Анастасия Минһажева, Эльвира Вәлиева, Фәрит Зыязитдинов, Айбулат Шәрәфетдинов, Илдар Хәмиҙуллин, Айнур Фәхретдинов ҙур эш башҡарҙы. Ғәҙәттә иң әүҙем ирекмәнебеҙ Женя Назаров машиналар араһында барыһын да теҙеп, йүгереп йөрөй торғайны, әммә әлеге ваҡытта ул махсус хәрби операцияла, шуға ла тик ни бары бар күңеле менән генә яҡташтары янында була алды.

Ринат Вәлитов автошыршыны төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә, шулай уҡ "Говорит и показывает Учалы", ДОСААФ егеттәренә, Учалы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, "Дорзеленострой" механизаторҙарына, Илшат Зариповҡа оло рәхмәтен белдерә!

Ә бөгөн, киске сәғәт биштә, Учалы ҡалаһында төп шыршы һәм боҙ ҡаласығы асыла. Рәхим итегеҙ!

Фото һәм видео: "Говорит и показывает Учалы" төркөмө.

 

Учалы автошыршыһы-2023!
Учалы автошыршыһы-2023!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: