Бәләбәй районынан 25 йәшлек егетте иһә социаль селтәр аша танышҡан Милена исемле һылыуҡай төп башына ултыртҡан. Аралашыу барышында ҡыҙ үҙенең икенсе ҡаланан булыуын, егет менән күҙмә-күҙ осрашырға теләүен белдергән, тик, йәнәһе лә, әлегә билет алырға аҡсаһы юҡ, имеш. Дәртләнеп киткән кавалер яңы танышына осрашырға ярҙам итергә булған - ҡыҙҙың банк картаһы мәғлүмәттәрен һорап алып, 45 мең һум аҡса күсергән. Үҙ маҡсатына ирешеү менән ҡыҙ, әлбиттә, юғалған...
Һылыуҡайҙарҙың матур фотоһүрәттәренә ышанып, аҡсаларын әрәм итә ир-егеттәр. Йөҙ процент тиерлек осраҡта һылыуҙар менән түгел, ә пырылдатып тәмәке тартҡан оло йәштәге ҡатындар йәки хихылдап ултырған ирҙәр менән яҙышыуҙарын аңлаһаларсы...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.