Әлегә билдәле булыуынса, авария Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 124-се саҡрымында теркәлгән: ҡапма-ҡаршы килгән "Опель Астра" менән "КамАЗ" бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе менән пассажиры ауыр йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Баш дәүләт автоинспекторы ваҡиға урынына дәүләт автоинспекцияһы подразделениеһының эшен координациялау, авария сәбәптәрен асыҡлау өсөн юлланған.
Юлға сыҡмай тороғоҙ, хөрмәтле водителдәр: юл тайғаҡ, юл ситтәренә көрт һалған, буран! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: БР ЮХХДИ.