Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 17:15

Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә Михаил Нестеров исемендәге Башҡортостан Республикаһының Дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 

Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!
Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса наградалар лауреаттары:

- "Рәсем сәнғәте" номинацияһында - Башҡортостандың халыҡ рәссамы Иван Фартуков;

- "Графика" номинацияһында - республиканың атҡаҙанған рәссамы, баш ҡалабыҙҙың 2-се балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Борис Самосюк;

- "Скульптура" номинацияһында - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты доценты Рөстәм Хәсәнов;

- "Биҙәү-ҡулланма сәнғәте" номинацияһында - Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы Александра Елхина;

- "Сәнғәт ғилеме" номинацияһында - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары Светлана Игнатенко.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: