Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 11:00

Көн торошо

Башгидромет синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 7–12, көндөҙ 4–1 градус һалҡын буласаҡ.

 

Шәмбе, 24 декабрҙә, бер аҙ епшек ҡар, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡтан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ – 0–5, төндә аяҙытҡанда 7–12 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в