Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 10:02

Ихаталар матур булырға тейеш

Кисә республика Башлығы ҙур интервьюһында "Башҡорт ихаталары" проекты тураһында һөйләне.

Ихаталар матур булырға тейеш
Ихаталар матур булырға тейеш

- Төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаны һөҙөмтәле тотонорға кәрәк. Барыһын да бер ихатаға йүнәлтергә түгел. Береһендә - уйын майҙансығы, икенсеһендә - спорт майҙаны эшләргә. Һәм, әлбиттә, кешеләр менән кәңәшләшергә, шундағы йорттарҙа йәшәүселәр актҡа ҡул ҡуймайынса эште ҡабул итмәҫкә. Беҙ шулай эшләй алабыҙ. Алда - йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса план ҙур. Артабан да ихаталарҙы, парктарҙы, скверҙарҙы төҙөкләндерәсәкбеҙ. Беҙҙең бурыс: 2024 йылға Өфөнөң парк зонаһын тәртипкә килтереү, - тине Радий Хәбиров.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: