Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 12:30

Дүртенсе боҙ кисеүе асылды

Бөгөн Краснокама районында Кама йылғаһы аша боҙ кисеүе асылды. Бер һыҙатлы кисеүҙең йөк күтәреүсәнлеге ике тоннаға тиклем, киңлеге – 50, оҙонлоғо 900 метр.  

Дүртенсе боҙ кисеүе асылды
Дүртенсе боҙ кисеүе асылды

Хөрмәтле граждандар! Боҙ кисеүе аша хәрәкәт иткәндә кисеү алдында торған бөтә мәғлүмәт билдәләренең талаптарын теүәл үтәгеҙ. Боҙға аҡрын ғына, һелкенеүҙәрһеҙ инегеҙ, тормозға баҫмағыҙ.

Хәүефһеҙлек ҡайыштарын ысҡындырығыҙ.

Боҙ өҫтөндә туҡтарға, ҡапыл ынтылырға, боролорға, башҡа машиналарҙы уҙырға, яғыулыҡ ҡойорға ярамай.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Дүртенсе боҙ кисеүе асылды
Дүртенсе боҙ кисеүе асылды
Дүртенсе боҙ кисеүе асылды
Дүртенсе боҙ кисеүе асылды
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в