Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 11:15

Бик мөһим! Водителдәр иғтибарына!

Тотороҡһоҙ һауа шарттарына бәйле, ярты сәғәт элек Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының 65-се саҡрымынан алып 205-се саҡрымына тиклем пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Сикләү әлегә киске сәғәт алтыға ҡәҙәр (әммә ваҡытты үҙгәртеүҙәре лә ихтимал).

Бик мөһим! Водителдәр иғтибарына!
Бик мөһим! Водителдәр иғтибарына!

Шулай уҡ бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙҙән алып киске сәғәт һигеҙгә тиклем Өфө-Аэропорт, Өфө-Шакша-КПМ, Бөрө тракты, Өфө-Жилин, Өфө-Затон-КПМ йүнәлештәре буйынса юлдарҙан Өфөгә йөк транспортына инеү ваҡытлыса сикләнде.

Өфө-Бөрө-Яңауыл автоюлында 34-се саҡрымдан алып 100-сө саҡрымға тиклем йөк автомобилдәренә, пассажир автобустарына, маршрут таксиҙарына хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде (көндөҙгө сәғәт икегә тиклем).

Хөрмәтле водителдәр, юлға сыҡмай тороуығыҙ хәйерле! Буран, боҙлауыҡ, көрт!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: