Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 05:26

Беҙҙең йәштәр Кадет балында ҡатнашты

Мәскәүҙә йыл һайын Халыҡ-ара хәйриә сараһы - Кадет балы үтә.

Беҙҙең йәштәр Кадет балында ҡатнаштыБеҙҙең йәштәр Кадет балында ҡатнашты
Беҙҙең йәштәр Кадет балында ҡатнашты

Мәғариф” милли проекты буйынса ойошторолған Кадет балына илебеҙҙең иң яҡшы уҡыусылары саҡырылды. Улар араһында – Күмертау ҡалаһының 1-се гимназияһынан һәм 1-се мәктәбенән уҡыу алдынғылары.

Кадет балына Рәсәйҙең 74 төбәгенән 403 уҡыу учреждениеһынан килгәндәр.

Сараның маҡсаты – илһөйәрлек тәрбиәләү, тарихҡа ихтирам уятыу, матур йолаларҙы өйрәнеү, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе онотмау.

Фото: Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлегенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас