Күпселектә кешеләр "Python-разработчик", "инженер по тестированию", "интернет-маркетолог", "дизайнер интерфейса", "аналитик данных Яндекс", "основы тестирования", "специалист по Data Science", "менеджер проектов", "графический дизайн" курстарын һайлаған.
- Дәүләт хеҙмәттәре порталында "Һанлы һөнәрҙәр" проектына ғаризалар ҡабул итеү 5 декабрҙә тамамланды. 5 706 ғаризаның 3 меңдән ашыуына "хеҙмәт хупланды" тигән статус бирелгән, был граждандың ведомство-ара базаларында тикшереү үтеүен һәм льготалы категорияға яуап биреүен, дәүләттән ташлама менән файҙалана алыуын аңлата. Йәғни, һайлаған курсҡа льготалы шарттарҙа уҡырға ҡабул ителеүе мөмкин, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Таипов.
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/19820/
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.