Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 16:45

Аварияла аталы-уллы һәләк булған

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов Мишкә районындағы авария урынында тикшереү эшендә ҡатнаша.

Аварияла аталы-уллы һәләк булған
Аварияла аталы-уллы һәләк булған

Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 124-се саҡрымында, Бөрөнән Яңауылға табан хәрәкәт иткән "Опель Астра" автомобиле ҡарҙы таҙартҡан техниканы уҙып, юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡан һәм водитель идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы килгән "МАЗ" йөк машинаһына барып бәрелгән. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә 61 йәшлек водитель менән уның 24 йәшлек улы ваҡиға урынында һәләк булған.

- Республикала һауа шарттары насар, - ти баш автоинспектор. - Өҙлөкһөҙ ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ һәм көслө ел булыуы, хатта тәжрибәле водителдәргә лә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Юлда ашыҡмағыҙ, киҫкен маневрҙар яһамағыҙ. Иғтибарлы булығыҙ. Һеҙ үҙегеҙ өсөн генә түгел, башҡалар өсөн дә яуаплылыҡ алғанһығыҙ.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в