Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2022, 11:56

Андрей Назаров табипҡа яҙыла алғанмы?

Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры социаль селтәргә хирургҡа яҙылыуы тураһында видео ҡуйған.

Андрей Назаров табипҡа яҙыла алғанмы?
Андрей Назаров табипҡа яҙыла алғанмы?

Дөрөҫөрәге, яҙылырға тырышыуы. 

"Юҡ, ауырымайым мин, һаумын, тик министрҙар кабинеты менән кәңәшмәлә беҙҙең контакт-үҙәктең нисек эшләүен, табипҡа яҙылыу мөмкинлеген тикшереп ҡарарға булдым - сөнки ҡушҡанды үҙеңдә һынап ҡарау яҡшыраҡ", - тип яҙған Премьер-министр.

Табипҡа яҙылыуҙың проблемалы икәнен беләһегеҙҙер. Бынан алда халыҡ Башлыҡҡа ла зарланғайны. 122 телефоны буйынса эшләй ул үҙәк. Күп кеше тап шунда шылтыратып та нервыһын ҡаҡшаталыр әле. 

Ә Андрей Назаров та был юлы табипҡа яҙыла алмаған. Шылтыратҡан, операторға тоташтырыуҙарын өс минут көткән, унан һуң, колл-үҙәк белгесе программала боҙоҡлоҡ булыуын белдергән дә, 15 - 20 минуттан ҡабат шылтыратыуын һораған. 

"Һәр оператор эшен аҙағынаса еткерергә тейеш - табипҡа яҙырға һәм кешегә хәбәр итергә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына эште яйларға ҡуштым. Беҙ үҙебеҙҙең эшләп еткермәүҙән ҡурҡмайбыҙ һәм оялмайбыҙ, иң мөһиме - уларҙы күрергә һәм оператив рәүештә төҙәтергә", - тигән Хөкүмәте рәйесе.

Моғайын, тиҙҙән табипҡа яҙылыу проблемаһы булмаҫ.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: