Көндөҙ Краснокама районында, Дүртөйлө-Нефтекама юлының 58-се саҡрымында, Нефтекаманан 21 йәшлек егет идара иткән "ВАЗ-2114" машинаһы менән 55 йәшлек ир идара иткән "МАЗ" йөк машинаһы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең 33 йәшлек пассажиры тиҙ медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. "ВАЗ"дың водителе дауаханаға оҙатылған, һуңғараҡ ул Нефтекама дауаханаһының реанимация бүлегендә вафат булған. Шаһиттар әйтеүенсә, йәш водитель алда барған машинаны уҙырға ниәтләп, юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡан булған...
Әле хәлде тикшереү бара.
Фото: БР ЮХХДИ.