Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2022, 13:15

Янғын һүндереүсе-ҡотҡарыусыларға эш етерлек

Уҙған тәүлектә республикала 26 янғын сыҡҡан, шуларҙың 14-е шәхси секторҙа булған.

Янғын һүндереүсе-ҡотҡарыусыларға эш етерлек
Янғын һүндереүсе-ҡотҡарыусыларға эш етерлек

Янғын һүндереүселәр Өфө районының Подымалов ауылында - тимер вагон, Зубов ауылында - мунса, "Нефтсе-2" баҡса ширҡәтендә - мунса, Октябрьский ҡалаһында - автомобиль, Күгәрсен районының Үрге Санъяп ауылында - йорт, Благовещен районының Удельно-Дыуанай ауылында - йорт, Баҡалы ауылында - һарай, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында - мунса, Шишмә районының Кахновка ауылында йорт һәм мунса янғындарын һүндереүҙә ҡатнашҡан. Өфөнөң Степан Злобин урамында өс бүлмәле фатирҙа ла сыҡҡан утты һүндергәндәр. 

Ҡотҡарыусылар Баймаҡ, Краснокама, Мәләүез, Өфө райондарындағы, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларындағы 11 юл-транспорт ваҡиғаларында кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: