“Апай, ике йыл улымды күргәнем юҡ, алыҫ араны яҡын итеп бер нисә тапҡыр барып ҡайттым, әммә күрергә насип булманы. Улымды шул тиклем һағындым, төштәремдә күрәм.. Куп атайҙар балаларын ҡарамай, ҡасып йөрөйҙәр, ә мин улай түгел бит.. Бала ғәйепле түгел ,ни эшләп күрһәтмәйҙәр икән ?” -тип әсенеп һөйләгән Илсур Риммаға.
Римма, кешеләргә ауыр ваҡыттарында ярҙам итеп өйрәнгән кеше булараҡ, “Майикмәк”кә лә ярҙам итеүҙә баш тартмай. Илсурҙан барлыҡ документтарын алып юрист булараҡ өйрәнә.
“Суд ҡарары буйынса Илсур айына ике тапҡыр малайы менән аралашырға хоҡуҡлы. Әммә.... Һөйләшелгән көндө мин – Өфө ҡалаһынан, Илсур Баймаҡ районынан сығып, улы йәшәгән районға юл тоттоҡ. Суд приставтары ла беҙгә ҙур теләк менән ярҙам итергә ашыҡты. Өс сәғәт малайы менән аралашҡандан һуң, Илсурҙың күҙҙәре янып, түбәһе күккә тейҙе. Бына бит атайлыҡ хисе."2022 йылдағы минең иң ҙур ҡыуанысым бөгөнгө көн, апай, һеҙ миңә Яңы йылға ҙур бүләк яһанығыҙ !"- –тип рәхмәттәрен уҡыны ул.
Хәҙерге ваҡытта күп атай алимент түләүҙән ҡаса, ҡайһылары аралашырға ла теләмәгән ваҡытта,Илсурҙың барлыҡ ҡаршылыҡтарға ҡарамай малайы янына ашҡыныуы тик ихтирам, һоҡланыу хистәре һәм хөрмәт кенә уята! Илсур күптәргә өлгө... Илсурҙың улы менән ай һайын ҡаршылыҡһыҙ осрашыу мөмкинлеген дә хәл иттек.
Ә инде миңә килгәндә, ике ай шәхси юрист булып эшләү осоронда 500-нән ашыу мөрәжәғәттәр ҡабул иттем, әммә иң ҙур еңеүем: Илсур – “Майикмәк”те улы менән осраштырыу булды.
Беҙҙең Илсур шул тиклем эскерһеҙ, ихлас, ярҙамсыл, кәләше Гөлназ өсөн өҙөлөп тора, ҡайғырып, көйәләнеп ултырмай. Һәр көндән ҡыуаныс табып йәшәй белә. Уларҙың ғаиләһенә киләһе йылда ла именлек, татыулыҡ һәм мөхәббәт теләйем!” – ти Римма.
Бына бит ул киң һәм изге күңеллелек. Донъяла бар нәмә лә аҡсаға ҡоролмаған, ҡайһы ваҡытта кешелелек сифаттарын күрһәтеп, ҡулдан килгәнсә бер -беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйек.