Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2022, 14:19

Табиптар шыршының файҙаһы тураһында һөйләне

Был көндәрҙә күптәр өйҙәренә шыршы ҡуя башланы. Кемдер – яһалманы, кемдер ысынын, хуш еҫе сығып торғанын ултырта.

Табиптар шыршының файҙаһы тураһында һөйләне
Табиптар шыршының файҙаһы тураһында һөйләне

Урмандың мәңге йәшел матурҡайы һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһағанын, моғайын, беләһегеҙҙер.

Рәсәй үҙәк телеканалынан табип-реабилитолог һәм алып барыусы Сергей Агапкин менән терапевт Алексей Жито шыршының файҙаһын һанап сыҡҡан.

Жито әйтеүенсә, тәбиғи шыршы, яһалмаһынан айырмалы рәүештә, һауаны таҙарта. Ылыҫлы ағастар һауала ауыр металдарҙы һәм туҙанды бөтөргән һәм һаулыҡ өсөн файҙалы иткән фитонцидтар (майҙар) бүлеп сығара. Шыршыны ҡырҡҡандан һуң да, ул ике-өс аҙна шул майҙарҙы эшләүен дауам итә, тип билдәләне табип.

Агапкин иһә, тәбиғи шыршы һалҡын тейеүҙән һаҡлай, тине.

Табиптар билдәләүенсә, ылыҫ еҫенән баш мейеһендә бәхет гормондары күбәйә һәм кеше үҙен яҡшыраҡ тоя.

Үәт, дуҫтар, байрам символы кәрәкһә, файҙалыһын ҡуйығыҙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: