Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2022, 21:03

"Тағы ла нығыраҡ эшләргә кәрәк"

Радий Хәбиров тура эфирҙа "үҙәктә"ге яҡташтарҙың Башҡортостанға ярҙамына баһа бирҙе.

"Тағы ла нығыраҡ эшләргә кәрәк"
"Тағы ла нығыраҡ эшләргә кәрәк"

Башҡортостан Башлығы республиканан ситтәгеләрҙең эш һөҙөмтәһен етерлек түгел, тип иҫәпләй. Уның билдәләүенсә, яуаплы кешеләр бар, әммә тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләү кәрәк.

Радий Хәбиров Федерация советындағы сенатор Лилиә Ғүмәрованы маҡтап телгә алды. РФ Дәүләт Думаһындағы депутаттарыбыҙ Павел Качкаевтың, Эльвира Айытҡолованың яҡшы ярҙам итеүен билдәләне. 

- Тик мин үҙемә лә, башҡаларға ла бик талапсанмын. Тағы ла нығыраҡ тырышыуҙарын теләйем, - тине ул.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в