Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2022, 16:15

Тағы бер көсләүсегә хөкөм ҡарары сығарылған

Шишмә ауылында йәшәгән 42 йәшлек ир 30 йәшлек граждан ҡатыны менән 2021 йылдың 27 декабрендә таныштарына ҡунаҡҡа барған. Спиртлы эсемлектәр эскәндән һуң ир ҡатынын көсләгән дә, енәйәтте йәшерер өсөн уны йоҙроҡлап та, типкеләп тә, тимер ижау (сүмес) менән дә туҡмаған. Йәш ҡатын ауыр йәрәхәттәрҙән үлгән...

Тағы бер көсләүсегә хөкөм ҡарары сығарылған
Тағы бер көсләүсегә хөкөм ҡарары сығарылған

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған, ҡатынды иртән үлгән килеш таптым, тигән.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тәфтишселәр һәм криминалистар ваҡиға урынын тикшереп, экспертизалар үткәреп, шаһиттарҙан һорау алып, тап уның енәйәт ҡылыуын раҫлаған.

Суд уны 18 йылға иркенән мәхрүм итте (ир ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреләсәк). Хөкөм ҡарары әле законлы көсөнә инмәгән.

Фото: surb.sledcom.ru

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: