Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2022, 18:45

Тәүлек эсендә муттарҙы 3,5 миллион һумға байытҡандар

Стәрлетамаҡтан 58 йәшлек ҡатынға ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, билдәһеҙ кешенең уның исеменә кредит алырға маташыуы тураһында хәбәр иткән: йәнәһе лә, быға юл ҡуймаҫ өсөн йәһәт кенә кредит алырға ла, "ышаныслы" иҫәпкә күсерергә кәрәк. Ҡатын тап шул билдәһеҙ кешенең үҙе менән һөйләшеүен аңламаған, үкенескә. Шылтыратыусының кәңәшен тыңлап, миллион һумдан ашыуыраҡ кредит алған да, аферист әйткән иҫәптәргә күсергән...

Тәүлек эсендә муттарҙы 3,5 миллион һумға байытҡандар
Тәүлек эсендә муттарҙы 3,5 миллион һумға байытҡандар

Белорет районынан 34 йәшлек ир бушлай иғландар сайтында ҡаргиҙәр һатылыуы тураһында мәғлүмәт күреп, "һатыусыға" яҙып ебәргән. Заказ деталдәре хаҡында һөйләшеп килешкәс, ир уға 445 мең һум аҡса күсергән. Ләкин тауарҙы көтөп ала алмаған, ә ялған "һатыусы" бөтөнләй юғалған.

Уҙған тәүлектә мутлашыусыларҙан зыян күргән ун кеше полицияға ғариза яҙған: биш гражданды ялған "банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре" кәкре ҡайынға терәгән, дүрт кеше интернетта тауар һатҡанда йәки һатып алғанда һемәйгән, бер кеше төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүҙә алданған. Муттарҙан һаҡ булығыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: