Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2022, 20:45

Радий Хәбиров менән тура эфир

Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа республика халҡының берҙәмлеген телгә алды.

Радий Хәбиров менән тура эфир
Радий Хәбиров менән тура эфир

Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы, "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы етәкселәре менән осрашыуында республика халҡының берләшеүен билдәләне:

– Мин һәр ваҡыт республикабыҙ берҙәм булыуын, халыҡтың бер-береһен хөрмәт итеүен, дөйөм ҡиммәттәр булыуын теләнем. Шундай мәл етте, минеңсә. Быға егеттәребеҙҙең СВО-ла илде һаҡлауы ла булышлыҡ итте. Минең өсөн иң ҙур бурыс яугирҙарыбыҙға, мобилизацияланғандарға, ирекле рәүештә китеүселәргә ярҙам итеү ине. Был эшкә ҙур иғтибар бүлдек. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары ла булдырҙыҡ, - тине Радий Фәрит улы.

Башлыҡ белдереүенсә, беҙ ысынлап та берләштек. 

- Беҙ илебеҙгә әһәмиәтле булыуыбыҙ, уға мөнәсәбәтебеҙ тураһында уйлана башланыҡ. Кешеләр ниндәй икәнен аңланыҡ. Өлкәндәр йәштәргә йыш ҡына ризаһыҙлыҡ белдерә. Әммә бөгөн 20, 25, 30 йәшлек егеттәр һөжүмгә бара, танкта яна, кәүҙәһе менән гранатаны ҡаплай. Башҡортостанда халыҡ йолалары көслө. Бер-береңә ярҙам итеү, Тыуған илгә һөйөү көслө. Беҙ һәр ваҡыт ил мәнфәғәтенә йәшәнек, - тине етәксе.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в