Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2022, 12:15

Ҡиммәткә төшкән түләүле "һөйөү"...

Октябрьский ҡалаһынан 21 йәшлек егет интим хеҙмәттәр күрһәтеүҙе вәғәҙәләгән иғланды күргәс, әллә нимәләргә өмөтләнеп, ҡыҙығып киткән. Мессенджер-каналдағы һылтанма буйынса ингән дә, заявка ҡалдырған. Бер аҙҙан уға администратор ҡыҙ шылтыратҡан. Уның һорауы буйынса егет банктың мобиль ҡушымтаһы аша интим хеҙмәттәр өсөн аҡса күсергән...

Ҡиммәткә төшкән түләүле "һөйөү"...
Ҡиммәткә төшкән түләүле "һөйөү"...

Аҡса күсеү менән администратор бәйләнештән юғала. Уның ҡарауы икенсе көндө егеткә билдәһеҙ ир шылтыратып, һинең шылтыратыуың арҡаһында касса аппараты боҙолдо, тип асыуланып, унан 18 мең һумдан ашыу аҡса һығып ала.

Йәмғеһе 23,5 мең һум аҡсаһын юғалтҡан егет аферистарҙың уны тыныслыҡта ҡалдырмауҙарын аңлап, полицияға ғариза яҙған. Был турала Ләйсән Аҙнағолова хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: