Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2022, 10:45

Газ менән ағыуланғандар

Өфөлә шәхси йортта йәшәгән бер ғаилә газ менән ағыуланып, бөгөн иртән "Тиҙ ярҙам" саҡырған.

Газ менән ағыуланғандар
Газ менән ағыуланғандар

Ваҡиға урынына килеп еткән табиптар ҡала дауаханаларына өс кешене: 1985 йылғы ҡатынды, 2006 һәм 2008 йылғы балаларҙы алып киткән. Уларҙың хәле үтә ауыр. Тағы ике кеше: 1990 йылғы ир менән 1963 йылғы ҡатын амбулатор шарттарҙа дауаланасаҡ. Газ хеҙмәткәрҙәре йортто тикшереп, елләтеү каналының туңыуын асыҡлаған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: