Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, закон проекты ҡан донорҙарын социаль яҡлауға йүнәлтелгән. Йөҙ тапҡырҙан ашыу түләүһеҙ ҡан тапшырыусы донорҙарға биш мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү билдәләү тәҡдим ителә. Түләүҙәр тәртибен Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте билдәләйәсәк.
– Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Законды ғәмәлгә ашырыу өсөн республика бюджеты сығымдары бер йылға 815 мең һум тәшкил итәсәк, – тине Константин Толкачев. Закон проектына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ыңғай һығымтаһы бар, тип хәбәр итәләр парламенттың матбуғат хеҙмәтенән.