Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2022, 21:00

Байрам ҡайғыһымы әсәләргә?

Байрам ҡайғыһымы әсәләргә? Йәшәй улар бөгөн ут йотоп, Хәлдәренән килһә, һуғыштарҙы Бөтөрөрҙәр ине туҡтатып.   Байрам ҡайғыһымы әсәләрҙә? Ут эсендә йөрөй улдары, Көн-төн доға уҡып, Раббыбыҙға Күтәрелгән әсә ҡулдары.   Күҙҙәренә элмәй күп әсәләр Күкрәп килгән яҙҙың йәмдәрен, Йоҡолары йоҡо түгел инде, Юҡтыр аштарының тәмдәре.   Әсәләргә көн дә байрам булыр Күктәребеҙ булһа гел аяҙ, Һалҡын елдәре лә йылы төҫлө, Күңелдәрҙә булыр һәр саҡ яҙ.   Дошман тигән һүҙҙәр юҡҡа сыҡһа, Бар халыҡтар булһа татыуҙар, Дуҫлыҡ хөкөм һөрһә һәр урында, Булмаһа һис шартлау, атыуҙар.   Һәр бер йәшәгән көн байрам булыр Улдар, ҡыҙ үҫтергән әсәгә, Тәүфиҡ, тәртип булһа балаларҙа, Үрелмәһә ҡулдар шешәгә.   ...Йәшәйештең һәр бер көнөндә лә Гел шат булығыҙ һеҙ, мөләйем. Барлыҡ әсәләргә ныҡлы һаулыҡ, Донъя именлеге теләйем!   Флүрә Маликова-Йомағужина.

Байрам ҡайғыһымы әсәләргә?
Байрам ҡайғыһымы әсәләргә?

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: