Ул тарихи, ғилми, мәҙәни ҡиммәте булған элекке китаптарҙан ғибәрәт. Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге тарафынан 100-ләп китап, шул иҫәптән "Мәҙәниәт" милли проектының ҡаҙанышы иҫәпләнгән 72 баҫма, Рәсәй дәүләт китапханаһының "Китап һәйкәлдәре" реестрына индерелгән. Улар араһында латин һәм ғәрәп графикаһы менән яҙылған башҡортса китаптар ҙа бар. Мәжит Ғафури, Али Карнай, Ғәлимов Сәләм, Шәйехзада Бабич кеүек авторҙарҙың китаптары алынған.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.