Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2022, 16:49

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең өстән ике өлөшө уртаса йәки юғары финанс грамоталылыҡ кимәленә эйә

"Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында халыҡтың финанс грамоталылығы кимәлен тикшереү һөҙөмтәләре билдәләнде.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең өстән ике өлөшө уртаса йәки юғары финанс грамоталылыҡ кимәленә эйә
Башҡортостанда йәшәүселәрҙең өстән ике өлөшө уртаса йәки юғары финанс грамоталылыҡ кимәленә эйә

Анализ һөҙөмтәләре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - республиканың финанс министры Лира Иғтисамова, Башҡортостан Республикаһының Финанс тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Евгений Декатов һәм НАФИ аналитика үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр йүнәлеше директоры Екатерина Сушко таныштырҙы.

- Федераль кимәлдә оҙайлы бурыс ҡуйылды: 2030 йылға халыҡтың уртаса һәм юғары кимәлдә финанс белемлелеге кимәле 80 процентҡа тиклем етергә тейеш. Республикала халыҡтың финанс белемен арттырыу маҡсатында ағымдағы йылдың апрелендә "Башҡортостан Республикаһының финанс тикшеренеүҙәре үҙәге" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы йөҙөндә Халыҡтың финанс белемен арттырыу буйынса берҙәм компетенциялар үҙәге булдырылды, - тип билдәләне Лира Иғтисамова.

2018 йылдан алып үткәрелгән тикшеренеүҙәр һуңғы йылдарҙа халыҡтың финанс өлкәһендә белеме артыуын күрһәтә.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/19814/

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: