Йыл һайын 17 декабрҙән 26-һына тиклем Ер шары, ҡояшҡа ваҡыты-ваҡыты менән яҡынайыу һөҙөмтәһендә, 8Р/Tuttle кометаһы тарафынан ташланған ваҡ киҫәксәләр күсе аша үтә. Был бөртөктәр Ер атмосфераһына осоп инә һәм Урсиданың метеор ағымын барлыҡҡа килтереп, яна.
Быйыл 23 декабрҙә төнгө сәғәт өс тирәһендә ағымдың иң әүҙем сағы була. Был төнөндә яңы ай тыуасаҡ, шуға күрә ул тәбиғи күренеште күҙәтеүгә ҡамасауламаясаҡ.
Метеор ағымын төнө буйы, таң атҡансы күҙәтергә мөмкин.
Фото: Т. Аманов