Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 18:00

Юл фажиғәләре - 20 декабрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 15 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кеше вафат булған, ун дүрт кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 24 иҫерек водитель тотолған (бишәүһе икенсегә тотола).

Юл фажиғәләре - 20 декабрь
Юл фажиғәләре - 20 декабрь

Төнгә ҡарай Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы янында, Йомаш-Үрге Таулыҡай автомобиль юлының 21-се саҡрымында, 48 йәшлек ир "ВАЗ-2112" машинаһында 55 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә йәйәүле ваҡиға урынында йән биргән. Водитель һүҙҙәренсә, ҡатын юл уртаһында ултырған булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара, бер нисә экспертиза үткәреү билдәләнгән.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в