Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 21:00

ҠЫШ БАБАЙҒА ХАТ

Көн кисләгәс, бер аҙ эштәр бөткәс, Аҡ ҡағыҙҙы һалып өҫтәлгә, Ҡыш Бабайға хат яҙырға булдым, Тик белмәйем нимә теләргә?..   Байлыҡ ише әйбер кәрәк түгел, Бөтә донъям етеш, түңәрәк, Һаулыҡ ҡына бер аҙ ҡаҡшап тора, Шуны бирһәң була әҙерәк.   Зарланмайым, былай ғына әйтәм, Таҙа саҡтар ҡалды йыраҡта. Беҙҙең йәштә сирһеҙ мөмкин түгел: Йә бил һыҙлай, аяҡ ауырта.   Һин, Ҡыш Бабай, шуға иғтибар ит: Яман сирҙәр урап үтһендәр. ...Унан тағы көнсөл ғәйбәтселәр Минең яндан йыраҡ йөр(ө)һөндәр.   Донъя болғатыусы бик күбәйҙе, Ауыҙлыҡла бер аҙ уларҙы. Был һуғыштар бөтөп, тыныслыҡта Ҡаршылайһы килә яҙҙарҙы.   Күк йөҙөбөҙ һәр саҡ аяҙ булһын, Йәш түкмәһен ине әсәйҙәр. Тилмереп тә көткән балаҡайын Ҡайтып ҡосһон ине атайҙар.   Имен булһын ине донъялары, Ҡыйынмы ни татыу йәшәргә? Әллә рәхәтлеккә сыҙай алмай, Төштөкмө һуң ошо хәлдәргә?   Үтенеп һорайым: «Ҡыш Бабайҡай, Яңы йылға минән шул теләк: Бар йыһанға тыныс көндәр килтер — Ошо булыр беҙгә ҙур бүләк!»   Рәзиф Дәүләт.

ҠЫШ БАБАЙҒА ХАТ
ҠЫШ БАБАЙҒА ХАТ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: