Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 09:27

Ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тағы бер ярҙам төрө тураһында республика Законын ҡабул итте. Документҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡул ҡуйҙы.

Ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ
Ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ

БР парламенты спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, закон махсус хәрби операцияла ҡатнашып, хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәр ғаиләләрен социаль яҡлауға йүнәлтелгән. Шәхси торлаҡ төҙөлөшө һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларына эйә булған махсус хәрби операцияла ҡатнашып, хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарына йәки ата-әсәләренә (уллыҡҡа алыусыларына) шәхси ихтыяждары өсөн ағас әҙерләүгә өҫтөнлөклө хоҡуҡ бирелә.

Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, торлаҡ йортон төҙөү өсөн ғаилә (айырым йәшәүсе граждан) 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометр үҙағас ала ала. Ихата эсендә ҡаралтылар төҙөү өсөн биш йылға бер тапҡыр 50 кубометрға тиклем ағас бирелә. Шулай уҡ ихата эсендә ҡаралтылар төҙөү һәм өйҙө йылытыу өсөн ағас алыу нормативтары билдәләнде, тип яҙа Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йорт төҙөү һәм төҙөкләндереү өсөн ағас алыуға барлығы 12 мең ғариза бирелгән. 

Шулай уҡ республика дәүләт власы органдарының ағасты ҡабул итеү, эшкәртеү һәм тейәп ебәреү пункттары эшмәкәрлеге тәртибен билдәләү буйынса вәкәләттәренә ҡағылған ҡайһы бер положениелар көйләнде.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: