Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 11:40

Яңы йыл каникулдарында яңы балалар сериалын ҡарайыҡ, иптәштәр!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм "Тамыр" телеканалында менән "Уйынсыҡ түгел" сериалы эфирға сығасаҡ. Уны 1 ғинуарҙан 8-нә тиклем киске сәғәт 20:30 тигәндә - БЮТ, сәғәт 21:00 тулғанда - "Тамыр" күрһәтәсәк.

Яңы йыл каникулдарында яңы балалар сериалын ҡарайыҡ, иптәштәр!
Яңы йыл каникулдарында яңы балалар сериалын ҡарайыҡ, иптәштәр!

Сериалға "Һәр балаға өлкәндәрҙең терәге кәрәк" тигән башһүҙ бирелгән. Төп ролдәрҙе Розалия Аҙнаева, Фатима Сынбулатова, Динислам Әбыҙгилдин һәм Урал Усманов башҡара. Картинала шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артистары, театр актерҙары, йырсылар төштө.

Проект авторы - Гөлназ Ҡолһарина, режиссер - Гөлсәсәк Игебаева, продюсер - Гөлшат Ғәлиуллина.
Сценарий авторы - Дамир Йосопов, Гөлназ Ҡолһарина.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в