Алдан уҡ шуны белдерәбеҙ: Песков әфәнде Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе быйыл булмаясағын әйтте. Сөнки Президенттың эш графигы бик тығыҙ.
"Киләһе йылда буласаҡ. Аныҡ ваҡытын әйтербеҙ. Әле мөһим темалары ҡарала", - тигән матбуғат секретары.
Бөгөн РФ Оборона министрлығы коллегияһында Владимир Путиндың сығышы күҙаллана. Министр Шойгуның докладынан һуң, ил башлығы һығымта яһаясаҡ.