Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 17:15

Ты туда не ходи, ты сюда ходи, а то снег башка попадёт...

Салауаттан ике бәндә, алдан хөкөм ителгән 47 һәм 46 йәшлек ирҙәр, магазиндарҙы талау буйынса тур үткәрергә ниәтләп, яман эште Сибайҙан башларға йыйынған. Иң тәүҙә Баймаҡ ҡалаһында ҡуртымға фатир алғандар ҙа, күрше Сибай ҡалаһына барып, ювелир магазины артынан күҙәткәндәр. План төҙөгәс, улар "һунар"ға сыҡҡан. 47 йәшлек ир магазинға ингән, икенсеһе урамда ҡалып, кешеләрҙе ҡыуып торған, йәнәһе лә, урам һепереүсеһе ҡыйыҡтан ҡар ташлай, бында йөрөмәүегеҙ хәйерле...

Ты туда не ходи, ты сюда ходи, а то снег башка попадёт...
Ты туда не ходи, ты сюда ходи, а то снег башка попадёт...
47 йәшлек ир клиент булып ҡыланып, һатыусынан биҙәүестәрҙе күрһәтеүен һораған. Консультант уның янына сыҡҡас, талаусы уны тотоп ала ла, пистолетын терәй. Шул мәлдә бина эсендә магазиндың директоры Виталий Климовтың да булыуы асыҡлана. Енәйәтсе һатыусының ҡулдарын скотч менән урағас, скотчты Виталийға бирә лә, янап, үҙеңде-үҙең бәйлә, тип ҡуша. Ләкин Виталий, үҙемде бәйләй алмайым, ярҙам ит, тигән була. Енәйәтсе, директор миңә ташланыр, тип башына ла индермәй, уға яҡыныраҡ килә... Ҡаршылыҡты көтмәгән енәйәтсе ҡасырға маташа, әммә Виталий Климов уны ике үтеп барыусы ир менән тотоп, полицияға тапшыра. 
Урамда торған енәйәтсе ҡаса, ләкин шаһиттар уның билдәләрен иҫтәрендә ҡалдырып, полиция хеҙмәткәрҙәренә һөйләп бирә. Белоретҡа тайырға уйлаған ҡасҡалаҡты автовокзалда эҙләп табып, ҡулға алғандар. 
Енәйәтселәр, Сибайҙа эш уңышлы килеп сыҡһа, шунда уҡ икенсе ҡалалар буйлап "гастролгә" сығып китергә планлаштырғанын һөйләгән. Уларға ҡарата енәйәт эше асылған.
 
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге Виталий Климовты бүләкләү тураһында ҡарар ҡабул итте. 

Афарин, батыр Виталий Климов!

 
Фото:  БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
 
 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: