-6 °С
Болотло
Өфөнән 60 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ ир шылтыратып, пенсия тупланмаһын кире ҡайтарырға ярҙам итәм, тип һайраған. Пенсионер ҡыуанып, уның әйткәндәрен үтәгән һәм билдәһеҙ иҫәпкә 214 мең һум аҡсаһын күсергән. Аҡса күсеү менән аферист был тиҙ ышаныусан ҡатындың номерын блокка ҡуйған.
Мутлашыусылар республикала йәшәгән 18 кешенең 2,5 миллион һум аҡсаһын урлаған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.