- Башҡортостанда һөт кухняһын үҫтереүгә 600 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Был йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, әсәйҙәргә һәм балаларға бик кәрәкле продукция. Һөт кухняһы продукцияһы - беҙҙең сауҙа селтәрҙәрендә һатыла торған сифатлы продукт һәм мин үҙем дә уны һәр ваҡыт һатып алам, - тип уртаҡлашты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында тура эфир барышында БР финанс министры урынбаҫары Лира Иғтисамова.
2022 йылдың башынан алып БР "Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы учреждениеһының ете производство майҙансығында 3 450 тонна һөт эшкәртелде. Унан 15 миллион самаһы әҙер продукция - һөт, эремсек һәм йогурт етештерелгән. Был хаҡта "Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Эльдар Сәйғәфәров һөйләне.
- Бөгөнгө көнгә 32,5 мең кеше бушлай продукция менән тәьмин ителгән. 2022 йылдың ноябрендә бушлай аҙыҡ-түлек продукттарына хоҡуҡлы граждандар исемлегенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары ла өҫтәлде, - тип хәбәр итте Эльдар Сәйғәфәров.
Бөгөнгө көнгә шундай 414 кеше, шул иҫәптән йөклө ҡатын-ҡыҙҙар, имеҙеүсе әсәләр һәм 3 йәшкә тиклемге сабыйҙар бушлай нигеҙҙә һөт продукцияһын, ҡатышмалар ала.
- Быйыл яҙ беҙ яңы продукт - биойод менән байытылған еләкле йогурт сығара башланыҡ. Был продукт республиканың күп райондарында күҙәтелгән йододефицитлы хәлдәрҙең килеп сығыу хәүефен кәметеү өсөн әҙерләнде. Йогурттағы биойод мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге балаға йодҡа тәүлек ихтыяждың 30% тәшкил итә. Йогуртта йод тәме, еҫе юҡ, шуға ла балалар туҡланыуы өсөн ул бик яҡшы. Уҙған уҡыу йылы башынан уҡ беҙ мәктәпкәсә һәм мәктәп учреждениеларында ябай йогуртты биойод менән байытылғанға алыштыра башланыҡ. Бөгөн Башҡортостандың туғыҙ ҡала һәм районы уҡыусыларының өҫтәлдәрендә ул бар, - тип һөйләне Эльдар Сәйғәфәров.
Бынан тыш, БР Хөкүмәтене 30.12.19 й. 784-се ҡарарына ярашлы, бушлай аҙыҡ-түлек продукттарына хоҡуҡлы булған льготалы категорияларға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары индерелде.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына һөт продукцияһын алыр өсөн түбәндәге документтар кәрәк: Башҡортостандың хәрби комиссариатынан граждандың МХО ҡатнашыуын раҫлаған белешмә, поликлиниканан белешмә, паспорт күсермәләре, бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм никах тураһында таныҡлыҡ. Ғаиләнең килеме кимәле иҫәпкә алынмай, - тип һөйләне Эльдар Сәйғәфәров.
Бушлай туҡланыуға ғаризаны өс ысул менән бирергә мөмкин - яҡындағы "Һөт кухняһы" пункты аша, "Минең документтарым" күп функциялы үҙәге аша йәки мобиль ҡушымта аша.
Карта таратыу пункттарының адрестары һәм эш графигы менән milkrb.ru сайтында "Алыусылар өсөн" ("Для получателей") бүлегендә бирелгән. Шунда уҡ документтарҙы рәсмиләштереү тәртибе менән танышырға мөмкин.
Учреждение етәксеһе хәбәр итеүенсә, киләһе йылда БР "Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы учреждениеһы үҙенең сығарылған продукцияһының ассортиментын киңәйтергә планлаштыра.
- Был беҙҙең линейкала өр-яңы продукт буласаҡ. Шулай уҡ ғәмәлдәге производстволарҙың береһен яңыртыу һәм дәүләт дарыуханаларынан яңы форматтағы фирма таратылыуына күсерергә уйлайбыҙ, - тине ул.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.