Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 20:20

Сираттағы гуманитар ылау китте

Бөгөн Өфөнән бер-бер артлы ике гуманитар конвой алыҫ юлға ҡуҙғалды. Был турала социаль селтәрҙә БР Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов хәбәр итә.

Сираттағы гуманитар ылау китте
Сираттағы гуманитар ылау китте

Йөк машиналарында махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ өсөн техника, ҡорамалдар, медицина препараттары, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ бар. Ылауҙа 37 берәмек техника. Уларҙы 75 кеше оҙатып бара.

"Был ике гуманитар йөк тә БР Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылған логистик үҙәк эше һөҙөмтәһе. Уның телефонын да иҫегеҙгә төшөрәйем - 280-89-92. Һәр теләгән кеше ярҙам күрһәтеү тураһында белешә ала", - тип яҙған Ирек Сәғитов.

Фото: vk.com

Сираттағы гуманитар ылау китте
Сираттағы гуманитар ылау китте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: