Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 11:51

Республиканың тупланма бюджеты хаҡында

Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының финанс министры Лира Иғтисамова республиканың тупланма бюджетының нисек формалашыуы, нисек тотонолоуы тураһында һөйләне.

Республиканың тупланма бюджеты хаҡында
Республиканың тупланма бюджеты хаҡында

- Бюджеттың проектын формалаштырыу тышҡы санкциялы баҫым менән бәйле ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа тормошҡа ашырылды. Әммә ваҡытында күрелгән саралар хәлде тотороҡландырырға ярҙам итте. Социаль сығымдар һәм йөкләмәләр республика бюджетының төп өҫтөнлөгө булды һәм булып ҡала. Яҡынса 2/3 бюджет сығымдары - кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, уларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәү, әлбиттә.

Бюджет средстволарын тотоноуҙың төп йүнәлештәре араһында - балалы ғаиләләрҙе, махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен, граждандарҙың социаль яҡланмаған категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты, мәҙәниәтте, йәштәр сәйәсәтен һәм спортты финанслауҙы тәьмин итеү.

Бюджет сығымдарының социаль йүнәлешен һаҡлап ҡалыу өсөн шулай уҡ республиканың инфраструктура үҫеше дауам итәсәк, - тип хәбәр итте Лира Иғтисамова.

Башҡортостан Республикаһының тупланма бюджеты - Башҡортостан Республикаһы бюджеты һәм муниципаль берәмек бюджеттары средстволары суммаһы (Башҡортостан Республикаһы бюджетынан урындағы бюджеттарға йүнәлтелгән бюджет-ара трансферттар иҫәпкә алынмай).

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: