Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 18:00

Радий Хәбиров 2023 йылда муниципалитеттарҙың төп эш йүнәлештәрен билдәләне

21 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк Хөкүмәте, ҡала һәм район етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Унда муниципалитеттарҙағы быйылғы социаль-иҡтисади үҫештең яҡынса йомғаҡтары яһалып, 2023 йылға төп бурыстар тикшерелде. Республика башлығы хеҙмәттәштәренә һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров 2023 йылда муниципалитеттарҙың төп эш йүнәлештәрен билдәләне
Радий Хәбиров 2023 йылда муниципалитеттарҙың төп эш йүнәлештәрен билдәләне

Төбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә айырым иғтибар бирергә һәм уларға тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты.

- Беҙ мобилизацияланғандарға, ҡатындарына, балаларына 20 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Улар был аҡсаны ала ла инде, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бынан тыш хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары өсөн бүләктәр әҙерләнек, уларҙы яңы йыл байрамдары алдынан тапшырасаҡбыҙ.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Яңы йыл осоронда халыҡтың именлеге мәсьәләләренә иғтибар итте һәм ҡала, район етәкселәренә йәмәғәт урындарында хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә ҡушты.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/160330.html

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: