Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 17:30

Ир кешенең ғүмере өҙөлгән...

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн Краснокама районында теркәлгән.

Ир кешенең ғүмере өҙөлгән...
Ир кешенең ғүмере өҙөлгән...

Авария көндөҙгө сәғәт ун беренселә Дүртөйлө-Нефтекама юлының 58-се саҡрымында булған. Әлегә билдәле булыуынса, ҡара-ҡаршы килгән "ВАЗ-2114" менән "МАЗ" йөк машинаһы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль пассажиры тиҙ медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән, водителе дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Бөгөн Өфө районында пассажир транспорты ҡатнашлығында ла юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Өфө-Ҡабаҡ автомобиль юлының 10-сы саҡрымында "Chevrolet Cruze" менән "НефАЗ" автобусы бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Chevrolet"тың 36 йәшлек водителе йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, НефАЗ "Өфө-Ҡабаҡ" маршруты буйынса хәрәкәт иткән, салонда 12 пассажир булған. Улар араһынан, шөкөр, бер кем дә зыян күрмәгән, икенсе автобуста тәғәйен ергә барып еткәндәр. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.

Ипләп йөрөгөҙ юлдарҙа, ашыҡмағыҙ, зинһар!

Фото: БР ЮХХДИ.

Ир кешенең ғүмере өҙөлгән...
Ир кешенең ғүмере өҙөлгән...
Ир кешенең ғүмере өҙөлгән...
Ир кешенең ғүмере өҙөлгән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: