Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабря 2022, 05:03

Инвесторҙарға шәп тәҡдим

Башҡортостанда бизнесын үҫтерергә теләүсе инвесторҙарға республиканың Үҫеш корпорацияһы теплица комплексын ойоштороу тураһында тәҡдим әҙерләгән.

Инвесторҙарға шәп тәҡдимИнвесторҙарға шәп тәҡдим
Инвесторҙарға шәп тәҡдим

Комплексты Күмертау ҡалаһы биләмәһендә урынлаштырырға мөмкин. Бизнес-тәҡдимдә яҙылыуынса, инвестиция күләме 454,58 млн һум тәшкил итә, 25 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Проектта ҡаралғанса, теплица хужалығы өсөн Күмертау ТЭЦ-ының пар менән йылытыу мөмкинлектәрен файҙаланырға була. Бизнес-тәҡдимдә барыһы ла яҡынса иҫәпләнгән: килем дә, рентабеллек тә, тотонолған сығымдарҙың килемгә әйләнеү ваҡыты ла.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас