Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 20:06

Иң заманса система ҡуйылған

Башҡортостан Башлығы "Өфө-Арена" спорт комплексында булып, үҙенсәлекле һәм хәүефһеҙ турникеттар, видеокүҙәтеү эше менән танышты.

Иң заманса система ҡуйылған
Иң заманса система ҡуйылған

"Салауат Юлаев" хокеей клубының генераль директоры Ринат Бәширов әйтеүенсә, билет турникеттарының эксклюзив моделе Катарҙа үткән футбол буйынса донъя чемпионаты алдынан яһалған. Хәҙер инде Өфөлә лә бар. Яңы үткәреү системаһы ярҙамында тамашасыларҙың аренаға инеүе күпкә уңайлыраҡ булған.

Радий Хәбиров видеокүҙәтеү системаһы менән дә танышты. Ул һәр көйәрмәнде күҙәтә ала. "Өфө-Арена"ла 515 камера ҡуйылған. Республика етәксеһе бындағы хәүефһеҙлек мөмкинлектәрен ыңғай баһаланы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Иң заманса система ҡуйылған
Иң заманса система ҡуйылған
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: