Документ Георгий таҫмаһына бәйле. Яңы законға ярашлы, был символдан көлгән, уны кәмһеткән өсөн административ һәм енәйәти яза ҡарала. Штраф күләме ҙур – 5 миллион һумға тиклем. Ә эш иректән мәхрүм итеүгә тиклем барып етһә, биш йылға тиклем төрмә янай.
Георгий таҫмаһы Рәсәйҙең тарихи хәтергә бәйле иҫтәлекле даталарында ҡулланыла. Шулай уҡ власть органдары уны ҡайһы бер сараларҙа файҙаланыуы мөмкин.