Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 12:43

Эшҡыуарҙар өсөн вебинар

21 декабрҙә Башҡортостан эшҡыуарҙары өсөн "Бизнесты үҫтереү өсөн финанс инструменттары" вебинары үтәсәк.

Эшҡыуарҙар өсөн вебинар
Эшҡыуарҙар өсөн вебинар

- Халыҡтың финанс белемен арттырыу сиктәрендә үткәрелгән вебинар барышында эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы саралары, бизнесты асыу һәм уны үҫтереү өсөн өҫтәмә финанслау сығанаҡтары тураһында мәғлүмәт ала аласаҡ, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - БР финанс министры Лира Иғтисамова.

Рәсәй банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкының иҡтисад бүлеге начальнигы Фәнүзә Кәлимуллина бизнесты үҫтереү өсөн финанстарҙы дөрөҫ йәлеп итеү һәм булған финанс мөмкинлектәрен файҙаланыу тураһында ентекле һөйләйәсәк.

Вебинар бушлай. Урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана (Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 9:00).

Инеү һылтанма буйынса: https://cbr.imind.ru/. Вебинар коды - 986-886-376.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: